18:01 (UTC+5), 26 Май 2009

Арзан коттедждар төҙөү торлаҡҡа хаҡты бер аҙнала ете процентҡа кәметте

Ғәзиз Йосопов
"Бюджет хеҙмәткәрҙәре һәм аҙ тәьмин ителеүселәр өсөн арзан торлаҡ төҙөлөшөн әүҙем алып барыу тәүге аҙнала уҡ торлаҡ баҙарында тәҡдимгә йоғонто яһаны - Өфөлә хаҡтар бер аҙнала ете процентҡа төштө", - тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Хөкүмәт ултырышында.
- Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса индивидуаль төҙөлөш арҡаһында хаҡтар артабан да кәмейәсәк, - тине Премьер-министр.
Раил Сарбаев шулай уҡ республикала Ласселсбергер" (Австрия) компанияһы менән берлектә йылына бер миллион квадрат метр ҡеүәт менән еңел ҡоролоусан аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар конструкциялары етештереү буйынса заводты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылыуын раҫланы. Завод Өфөлә йәки Стәрлетамаҡта урынлашасаҡ.
- Бөгөн үк беҙ аҙыраҡ сығымдар менән заманса производство итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн бина эҙләйбеҙ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин.
Австрияла бурсанан йорт конструкцияһының бер квадрат метры 400 евро тора, республикала ул иң күбе 12 мең һумдан һатыласаҡ.
"Беҙҙә был завод продукцияһының үҙҡиммәтен һәм һатыу хаҡын тағы ла нығыраҡ арзанайтыу мөмкинлеге бар", - тине Раил Сарбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика