11:45 (UTC+5), 26 Мая 2009

Агросәнәғәт комплексын дәүләт яҡлауы саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Республиканың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында йәш белгестәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың агросәнәғәт комплексы кадрҙар потенциалын дәүләт яҡлауы саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, республиканың ауыл биләмәләре сигендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәр билдәләнде. Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға - 7000 һум, урта профессиональ учреждениеларҙы тамамлаусыларға - 4000 һум. Түләүҙәр тәғәйенләгән көндән алып өс йыл буйына түләнә.
Указға ярашлы шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған пособиелар билдәләнде: вуз тамамлаусыларға - 100 мең һум, урта махсус уҡыу йортон тамамлаусыларға - 60 мең һум. Пособиелар йыл һайын юғары белемле - 100 һәм урта профессиональ белемле 150 йәш белгескә түләнәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә түләүҙәр һәм пособиелар биреү тәртибен һәм шарттарын раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән алып көскә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика