Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 23 майҙа республиканың көньяҡ-көнбайыш райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Ул республика Советының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса үтәсәк күсмә ултырышы сиктәрендә төҙөлгән объекттарҙа булды. Республика башлығын БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.
Үҙенең эш сәфәрен Мортаза Рәхимов Дәүләкән һәм Әлшәй райондары сигендә Ташлы йылғаһында төҙөлгән Уртатау һыу һаҡлағысынан башланы. Мөһим объект төҙөлөшө тамамланыу стадияһында: һыу һаҡлағысҡа һыу тултырыла, тирә-йүне төҙөкләндерелә, яр буйҙары йәшелләндерелә.
Мортаза Рәхимов шулай уҡ Дәүләкән һәм Әлшәй райондарында баҫыу эштәрен үткәреү барышы менән дә танышты.
Бишбүләк районындағы Мәләүез йылғаһында гидроузелы менән тирмән комплексы Президент маршрутында өсөнсө пункт булды. Был предприятиены электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн бында миниГЭС төҙөлдө. Тирмән тәүлек әйләнәһенә эшләй, бында он, фураж, ҡатнаш аҙыҡ етештерелә.
Тәбиғи ресурсты файҙаланыу етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен һиҙелерлек кәметә. Бишбүләктәр гидроэлектростанцияны артабан киңәйтергә планлаштыра.
Ауылды кадрҙар менән тәьмин итеү торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә бәйле булыуы барыһына ла билдәле. Тап шуға күрә Башҡортостан Президенты урындарҙа торлаҡ төҙөлөшөн шәхси контролендә тота. Был юлы ул Бишбүләк районында элекке район дауаханаһы базаһында реконструкцияланған торлаҡ йортто ҡараны. Бында 36 фатир буласаҡ, уларҙа башлыса урындағы врачтар өй туйлаясаҡ. Ошо көндәрҙә бында 159 койкалыҡ дауахана һәм көнөнә 200 кеше ҡабул итерлек поликлиника төҙөлөшө лә тамамланасаҡ.
Торлаҡ мәсьәләһен уңышлы хәл итеүҙең икенсе миҫалы - "Башҡорт МТС-ы" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында төҙөгән торлаҡ йорттар. Был ике ҡатлы йорттар ОSВ-плиталарҙан йыйыла. Унда башлап өй туйлау бәхетенә эйә буласаҡ биш ғаилә барыһы ла - ауылды социаль үҫтереү программаһында ҡатнашыусылар һәм улар фатирҙы дәүләт средстволары иҫәбенә аласаҡ.
Башҡортостан республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышына әҙерләнә. Быйыл был сара сиктәрендә республиканың көньяҡ-көнбайышында медицина учреждениелары төҙөлә һәм реконструкциялана.
Миәкә районында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мортаза Рәхимов Үҙәк район дауаханаһының 50 койкаға иҫәпләнгән дауалау корпусы төҙөлөшөн ҡараны. Корпустың дөйөм майҙаны - биш мең квадрат метр, бында хирургия һәм бала табыу бүлексәләре урынлашасаҡ. Объектты август айында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бер үк ваҡытта дауахананың ҡалған корпустарына ла капиталь ремонт үткәрелә.
Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында Мортаза Рәхимов Үҙәк район дауаханаһының 50 койка-урынлыҡ дауалау корпусы төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Бинала хирургия, ҡабул итеү бүлексәләре һәм бала табыу йорто урынлашасаҡ. Әле бында биҙәү эштәре алып барыла.
Республика күсмә медсоветы программаһында тағы бер пункт - Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылында 50 койка-урынлыҡ һәм 100 амбулатор ҡабул итерлек яңы дауахана. Дауахананың беренсе сираты быйыл июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышының пленар ултырышы Стәрлебаш районы үҙәгендә үтәсәк. Ултырышты үткәреүгә бында Мәҙәниәт йорто реконструкциялана. Объектты тапшырыу өсөнсө кварталға билдәләнгән, әлеге ваҡытта төҙөүселәр бинаны йөҙләү менән шөғөлләнә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Мәҙәниәт йортоноң бөтә эске биналарын ҡарап сыҡты. Шулай уҡ ул никах теркәү залы, хатта кейәү егете менән кәләш бүлмәһенең биҙәлеше менән дә ҡыҙыҡһынды. Мортаза Рәхимов фекеренсә, бында барыһы ла матур булырға тейеш. Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин уға ике аҙнанан һуң бында тағы килеп, бинаны реконструкциялау нисек дауам иттерелеүен тикшереп китергә вәғәҙә итте.