12:19 (UTC+5), 22 Мая 2009

Ҙур ғаилә культын булдырырға кәрәк

Елена Макушина
Республика йортонда күп балалы әсәләргә "Әсәлек даны" миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Юғары наградаларҙы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.
Бөгөн бында республиканың төрлө мөйөштәренән, төрлө йәштәге, төрлө яҙмышлы һәм төрлө һөнәр эйәләре булған иллеләп ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Ләкин, Мортаза Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә - балаларға сикһеҙ һөйөү.
- Балалар тәрбиәләү - ҙур матди сығымдар һәм энергия талап итеүсе ауыр хеҙмәт, - тине республика башлығы. - Шуға күрә лә ил етәкселеге күп балалар тәрбиәләнгән ғаилә институтына ярҙам итеүгә етди иғтибар бирә.
Төбәгебеҙҙә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында аналогтары булмаған льготалар һәм пособиелар ғәмәлдә. Туғыҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә "Газель" автомобилдәре бушлай бирелә. Дөрөҫ, әлегә был процесс туҡталып ҡалған.
- Машиналар бар, балалар юҡ, - ти Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Бөтә бындай ғаиләләрҙе транспорт менән тәьмин итеп бөттөк. Хәҙер һигеҙ бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә автомобилдәр тапшырыу тураһында мәсьәләне ҡарайбыҙ.
Әйткәндәй, бөгөн наградланыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңы микроавтобус алыуға потенциаль кандидаттар бар ине. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районынан ете бала тәрбиәләүсе Наталья Золотарева, йәки Өфөнән Гүзәл Әһлетдинованың ғаиләһендә лә ете бала. Улар икеһе лә Президенттың, ғаиләгеҙҙә тағы ла тулыландырыу планлаштырыламы, тигән һорауына ыңғай яуап бирҙеләр.
- Бына килештек тә, - тип йылмайҙы Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Беҙҙә ысын ҙур ғаилә культы булдырылырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика