12:16 (UTC+5), 22 Мая 2009

"КАМАЗ" менән хеҙмәттәшлек бер миллиард менән сикләнмәйәсәк

Сергей Мишин
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм "КАМАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин КАМАЗ төркөмөнә ингән "НефАЗ" һәм "Туймазы автобетоновоздар заводы" предприятиеларына ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, республика был предприятиеларҙан 1 миллиард һумлыҡ продукция һатып алырға планлаштыра.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан территорияһында урынлашҡан ике заводтың контроль пакеттары республика хөкүмәтенә һәм "КАМАЗ"ға ҡарай. Яҡтар предприятиелар менән стратегик идара итеүҙә ҡатнаша, үҙ-ара килешеп эш итә.
Премьер, бер йылға төҙөлгән "көрсөккә ҡаршы" килешеүҙә оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлекте билдәләүсе пункттар ҙа һалынған, тип билдәләне.
- Беҙ КАМАЗ акционерҙар йәмғиәтенең был ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Килешеүҙә берлектәге программаларҙы киңәйтеүҙе билдәләүсе тәғәйен пункттар күрһәтелгән. Мәҫәлән, унда комбайндар, тракторҙар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн евроконтейнерҙар етештереү тураһында һүҙ бара.
Раил Сарбаев әйтеүенсә, республика йылына 400 самаһы трактор һатып алырға йыйына. Бынан тыш, ҡул ҡуйылған килешеүҙә Башҡортостанда "КАМАЗ" берҙәм технологик сылбырының ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса ла пункттар бар. "КАМАЗ" һәм БР Хөкүмәте уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләүен дауам итә.
Премьерҙың һүҙҙәренә өҫтәп, "КАМАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин, был Рәсәйҙә иң ҙур төбәк дәүләт заказы, тине.
- Көрсөк шарттарында бигерәк тә Туймазы заводы эшендә ҙур проблемалар килеп тыуҙы. Беҙ хәҙер көрсөккә ҡаршы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Заводтарҙы ҡотҡарыу өсөн иң мөһиме - элеккесә түбән булып ҡалған һатып алыу талабын стимуллаштырыу, - тине ул. - Бышҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды, республикаға бүленгән федераль аҡсаның 99 проценты Нефтекама һәм Туймазы заводтары аша тап "КАМАЗ"ға эләкте. Был бик етди ярҙам.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика