12:15 (UTC+5), 21 Май 2009

Раил Сарбаев Австрияла һөйләшеүҙәр үткәрҙе

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
19-20 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге республика хөкүмәт делегацияһы Австрияла булып ҡайтты. Сәфәрҙең маҡсаты - аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тиҙ ҡоролоусан конструкциялар етештереү буйынса Австрия предприятиеларының тәжрибәһен өйрәнеү.
Башҡортостан делегацияһы еңел ҡоролоусан торлаҡ йорттар етештереүгә махсуслашҡан "Эльк" заводында булды. Премьер-министр Раил Сарбаев "Ласселсбергер" компанияһы төркөмө башлығы Йозеф Ласселсбергер менән осрашып, Башҡортостанда ошондай уҡ завод төҙөүгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итте.
- Австрия предприятиелары менән хеҙмәттәшлек, киләсәктә беҙҙә еңел ҡоролоусан торлаҡ йорттар етештереү буйынса завод төҙөү республикала "Үҙ йортом" программаһы буйынса шәхси йорттар төҙөлөшөн тиҙләтергә һәм, иң мөһиме, арзанайтырға мөмкинлек бирәсәк, - тине Премьер-министр.
Башҡортостан делегацияһы "Ласселсбергер" компанияһы төркөмөнөң үҙәк предприятиеһы - "Цемикс" заводында ла булды. Был предприятие цемент, төрлө ҡоро ҡатнашмалар һәм башҡа төҙөлөш материалдары сығара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика