12:09 (UTC+5), 21 Мая 2009

Өфөлә Дәрдмәнд йылы асыла

IMPORT Сервисный
20 майҙа Өфөлә БР Милли музейының Йыйылыштар залында күренекле татар шағиры, билдәле меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре, миллионер-алтын сәнәғәтсеһе Дәрдмәндең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған Дәрдмәнд йылын тантаналы асыу үткәрелде.
Тантанала билдәле татар һәм башҡорт сәнғәте, әҙәбиәте әһелдәре, милли сәхнә йондоҙҙары, Ҡазандан, Ырымбурҙан, Баймаҡтан, Мәләүездән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Дәрдмәнд: халҡына арналған тормошо һәм ижады" күргәҙмәһе асылды.
Татар халҡын рухи тергеҙеү эшендә Дәрдмәнд (Закир Рәмиев) мираҫының ҙур әһәмиәтен иҫәпкә алып, "Рамазан" төрки-ағартыу үҙәге, Дәрдмәнд иҫтәлегенә арнап, БДУ-ла ғилми конференция, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында әҙәби-музыкаль кисә ойоштора.
Ҡазанда, Ырымбурҙа, Силәбелә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Баймаҡта, Салауатта һәм башҡа ҡалаларҙа ошондай уҡ саралар үткәреү планлаштырыла.
Дәрдмәнд йылының һуңғы маҡсаты - Өфөлә үҙ аллы Дәрдмәнд Татар йәмәғәт музейы асыу. Проекттың авторы һәм художество етәксеһе - Бөтә донъя татарҙар конгресы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Рамазан" төрки-ағартыу үҙәге рәйесе, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, ТР-ҙың атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов.
Марат Шәрипов әйтеүенсә, Дәрдмәнд йылы билдәһе аҫтында "Болғар иленә сәйәхәт" мәҙәни-ағартыу акцияһы үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика