12:07 (UTC+5), 20 Мая 2009

Медицина хеҙмәтләндереүенә ялыуҙар артты

Елена Макушина
Быйыл беренсе кварталда медицина ярҙамы күрһәтеүгә нигеҙле ялыуҙар һаны артты. Был турала мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында страховкаланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Координация ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итте.
- Беренсе кварталда граждандарҙан РФОМС-ҡа килгән 1387 мөрәжәғәттән медицина ярҙамы күрһәтеүгә ялыуҙар 11 процент тәшкил итте, - тине вице-премьер. - Уларҙың 62 проценты нигеҙле тип танылды.
Республика халҡының дәғүәләре, башлыса, медицина ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартыу һәм бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә, асылда, бушлай булырға тейешле ярҙам өсөн аҡса алыуҙары менән бәйләнгән. Өфө дауаханаларында хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы ялыуҙар бик күп.
94 мөрәжәғәт судҡа тиклемге тәртиптә ҡаралды, уларҙың барыһы ла ҡәнәғәтләндерелде. Судта дүрт материал ҡаралды, уларҙың икеһе буйынса 270000 һум күләмендә матди зыян ҡайтарылды.
- Бындай мөнәсәбәт граждандарҙы түләүле медицина ярҙамын һайларға йә булмаһа ирекле медицина страховкаһы системаһы монополистарын алырға мәжбүр итә, был мотлаҡ медицина страховкаһы принциптарына ҡырҡа ҡаршы килә, - тине Фидус Ямалетдинов.
Ултырыш барышында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы һәм Башҡортостанда эшләүсе страховкалау медицина компаниялары вәкилдәре лә сығыш яһаны. Страховкалаусыларҙың эше ҡайһы берҙә тейешле кимәлдә алып барылмауы билдәләнде.
- Беҙҙең төп бурыс - системалы эшләргә өйрәнеү, - тине вице-премьер, страховкалау компаниялары етәкселәренә мөрәжәғәт итеп. - Һеҙ страховкаланыусыларҙың сифатлы медицина ярҙамы алыуға хоҡуғын тәьмин итергә тейешһегеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика