12:09 (UTC+5), 20 Мая 2009

Дәүләт ярҙамы инновацион предприятиеларға күрһәтеләсәк

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бирелгән кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялаштырыуға хоҡуғы булған предприятиелар исемлеген раҫлаусы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән алынған кредиттар буйынса процент ставкаһы ҡайтарыласаҡ туғыҙ предприятиенан өсәүһе - автосәнәғәт предприятиеһы. Былар НефАЗ, БелЗАН, Туймазы автобетоновоздар заводы. Ләкин Премьер-министр Раил Сарбаев инновацион эшмәкәрлекте яҡлау буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙа тармаҡ принцибы күҙәтелмәүенә иғтибар йүнәлтте. "Конкурста инновацион эшмәкәрлек тураһында республика законының бөтә параметрҙарына тап килгән һәм үҙ эшмәкәрлегендә производствоны ҡайтанан техник ҡоралландырыуҙы өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алған предприятиелар еңеп сыҡты", - тине Раил Сарбаев.
- Көрсөккә ҡаршы үҙ программабыҙҙа беҙ юғары технологиялы сәнәғәтте үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ. Киләсәк - улар ҡулында. Һәм бөгөн инновацияһыҙ киләсәкте күҙ алдына ла килтереп булмай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер.
Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем Хөкүмәт инновацион саралар планлаштырыусы предприятиеларға ярҙам итеү өсөн бюджеттан өҫтәмә средстволар бүлеүҙе ҡарарға йыйына. Республика тарафынан иҡтисадтың реаль секторына бүленгән компенсация уларға нормаль шарттарҙа кредиттарҙы хеҙмәтләндерергә булышлыҡ итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика