12:03 (UTC+5), 19 Мая 2009

Өфөгә Санкт-Петербургтың Татар милли автономияһы делегацияһы килә

Марина Шумилова
Бөгөн Өфөгә Санкт-Петербургтың Татар милли-мәҙәни автономияһы делегацияһы килә. Уның составында - был йәмәғәт ойошмаһы активистары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Ҡазанға һәм Өфөгә юлланған ветеран-блокадасылар.Ҡунаҡтарҙы БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ҡабул итә.
20 майҙа петербургтар татар йәмәғәтселеге менән осрашасаҡ, Өфө буйлап экскурсия яһаясаҡ, БР Милли музейына барасаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уларға театр солисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов тарафынан әҙерләнгән "Һуғыш йылдары йырҙары" программаһы күрһәтеләсәк. Кисен ҡунаҡтар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барасаҡ.
21 майҙа Өфө гарнизоны Офицерҙар йортонда делегацияның әлеге көндә Башҡортостанда йәшәгән блокадасылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуы үтәсәк. Был көндө төньяҡ баш ҡаланан ҡунаҡтар Өфө "Нур" дәүләт татар театрына барасаҡ.
Белешмә өсөн. Татар милли-мәҙәни автономияһы Нева буйындағы ҡалала ойошторолған 12 милли-мәҙәни автономияның тәүгеһе була. Ул 1997 йылдың 28 июнендә ойошторола, 1997 йылдың 22 сентябрендә теркәлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика