12:22 (UTC+5), 18 Мая 2009

Раил Сарбаев аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса Австрия тәжрибәһен өйрәнә

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Республика властары индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөн тиҙләтеү һәм арзанайтыу өсөн Австрияның коттедждар төҙөү өсөн тиҙ һалына торған конструкциялар етештереү буйынса заводы менән хеҙмәттәшлекте юлға һалырға ниәтләй. Республика Премьер- министры Раил Сарбаев етәкселегендәге хөкүмәт делегацияһы ошо маҡсатта Венаға оса. Сираттағы кәңәшмәлә ул, Өфөнән алыҫ түгел Шамонино ҡасабаһында арзан төҙөлөш материалдарынан тиҫтәләп эксперимент йорто әҙер булыуы, уларҙы бөгөн торлаҡ алыуға сиратта тороусыларға өлгө сифатында күрһәтеүҙәре тураһында әйтеп үтте. 200 кеше йорт һалыуға аҡсалата маҡсатлы заем биреү тураһында таныҡлыҡтар алды.
- Күп федераль киң мәғлүмәт саралары индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙҙең программаны Башҡортостандың ысын ноу-хауы тип атаны. Етмәһә, беҙ бушлай ер участкалары биреү генә түгел, заемдар ҙа бирәбеҙ, бюджет иҫәбенә инженер коммуникациялары үткәрәбеҙ, юлдар һалабыҙ. Бындай программа аналогтары Рәсәйҙә юҡ. Һис шикһеҙ, көрсөктә иң мөһиме - төҙөлөшкә "батырға" юл ҡуймау. Ә ул үҙ артынан иҡтисадтың бөтә секторын тартасаҡ. Быйыл беҙ меңләп участка бирергә тырышасаҡбыҙ, ә биш йыл эсендә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар өсөн льготалы схема буйынса индивидуаль торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 8-12 сутый майҙан менән кәмендә 5 мең ер участкаһы бүленәсәк, - тине Раил Сарбаев. Әгәр австриялыларҙың аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү буйынса тәжрибәһе республикаға перспективалы булып күренһә, ихтимал, яҡын киләсәктә беҙҙә ошондай уҡ завод барлыҡҡа килер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика