18:24 (UTC+5), 18 Мая 2009

"Ала Тоо" барыһы өсөн дә асыҡ

Марина Шумилова
"Ала Тоо" ҡырғыҙ мәҙәни үҙәгенә июндә өс йыл тула, әммә йәш булыуына ҡарамаҫтан, был милли йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда юғары ижтимағи абруй ҡаҙанырға өлгөрҙө.
- Ойошмабыҙҙы төҙөүҙең төп сәбәбе булып яҙмыш ҡушыуы буйынса Башҡортостанға килеп сыҡҡан ватандаштарыбыҙ менән аралашыу теләге көслө булыуы торҙо, - тип һөйләй үҙәк рәйесе Сонна Алиева. - Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса республикала 500 самаһы этник ҡырғыҙ йәшәй, уларҙың күбеһе этник-ара никахҡа ингән. "Ала Тоо" ҡырғыҙ теленә һәм мәҙәниәтенә битараф булмағандарҙы берләштерҙе. Башҡортостанда йәшәп, күптәр хатта таныш та булмаған бит. Диаспорабыҙ сафтары йылдан-йыл уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Ҡырғыҙ Республикаһынан күсеп ҡайтҡан башҡорттар һәм татарҙар иҫәбенә лә тулылана бара. Һуңғы йылдарҙа, Ҡырғыҙстандан миграция ағымдары көсәйеү менән бәйле, Башҡортостанда ватандаштарыбыҙ һаны ярайһы уҡ артты. Беҙгә ҡайһы берҙә уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән эш алып барырға тура килә.
Ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге йыл һайын "Науруз" республика байрамында, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан үткәрелгән башҡа йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын "Ала Тоо" саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһынан "Хәҙрәт-Әли" фольклор ансамбле килә, ул республиканың ҡала парктарында иҫтә ҡалырлыҡ канат буйлап йөрөү тамашалары ойоштора.
"Ала Тоо" ҡырғыҙ диаспораһын, Ҡырғыҙстандан Өфө вуздарында уҡыусы студенттарҙы үҙенә ылыҡтырыусы үҙәк булып тора. Бында бергәләп мосолман һәм милли байрамдарҙы билдәләйҙәр. Киләсәктә "Ала Тоо" БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Ҡырғыҙ Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән бергә Башҡортостанда Ҡырғыҙ киноһы көндәрен үткәрергә планлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика