10:00 (UTC+5), 15 Мая 2009

Рәсәй Президенты Башҡортостандан ике ғаиләгә орден тапшырҙы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев күп балалы ата-әсәләрҙе (уллыҡҡа алыусыларҙы) "Ата-әсәлек даны" ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был юлы был юғары дәүләт наградаһына балалар тәрбиәләүҙәге һәм ғаилә традицияларын нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 18 ғаилә лайыҡ булды.
Улар араһында республикабыҙҙан да ике ғаилә бар - Дыуан районынан туғыҙ бала тәрбиәләүсе Владимир һәм Галина Беляевтар, Учалы районынан 10 бала үҫтереүсе Раил һәм Зилә Лутовтар.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Ата-әсәлек даны" орденын булдырыу тураһында указға РФ Президенты Дмитрий Медведев 2008 йылдың 13 майында ҡул ҡуйғайны. 2009 йылдың 13 ғинуарында Кремлдә "Ата-әсәлек даны" орденын башлап алыусылар - Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Мәскәү, Санкт- Петербург, Татарстан, Яҡутия, Ҡурған өлкәһе, Ростов өлкәһе, Омск өлкәһе, Дағстан) һигеҙ ғаилә пары йыйылғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика