12:42 (UTC+5), 15 Мая 2009

Мортаза Рәхимов "Салауат Юлаев"тың баш тренеры менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Йома көндө, 15 майҙа, Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөнөң "Салауат Юлаев" хоккей клубының яңы баш тренеры Вячеслав Быков һәм уның ярҙамсыһы Игорь Захаркин менән осрашты.
Осрашыу башында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәй йыйылма командаһы кәңәшсе-тәрбиәселәрен Швейцарияла хоккей буйынса донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы.
- Донъя беренселегендә еңеүегеҙ менән һеҙ бөтә рәсәйҙәргә ҙур шатлыҡ бүләк иттегеҙ, - тине республика башлығы.
Башҡортостан Президенты, милли йыйылма команданың дөйөм уңышына Башҡортостан Республикаһынан спортсылар - Александр Еременко, Александр Пережогин, Виталий Прошкин, Александр Радулов, Олег Твердовский, Алексей Терещенко - ҙур өлөш индерҙе, тип билдәләне.
Мортаза Рәхимов Вячеслав Быковҡа "Салауат Юлаев" клубының баш тренеры вазифаһында уңыштар теләне:
- Һеҙ илдең йыйылма командаһының һәм беҙҙең хоккей клубының лидерлыҡ позицияларын нығыта алырһығыҙ, тип ышанам, - тип билдәләне республика башлығы.
Вячеслав Быков республика Президентына Өфө командаһы тренерҙар штабының яҡын аралағы эш пландары тураһында һөйләне. Шулай уҡ "Салауат Юлаев" составындағы үҙгәрештәр ихтималлығы тикшерелде.
Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин Башҡортостанда хоккей үҫеше кимәлен юғары баһаланы:
- Өфөлә көн ярым булыу эсендә беҙ шул тиклем күңел йылыһы тойҙоҡ һәм һеҙҙә хоккейҙы ысынлап яратыуҙарын күрҙек. Һәм беҙ көйәрмәндәребеҙҙең ышанысын аҡлау өсөн үҙ характеры, үҙ йөҙө булған команда булдырырға тырышасаҡбыҙ. Мин яҡындағы ике йылда тап Өфөлә эшләй аласағыма бик шатмын, - тине Вячеслав Быков.
Осрашыуҙа "Салауат Юлаев" хоккей клубының күҙәтеү советы рәйесе, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор Николай Курапов ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика