Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.11
+0.04
105.69
+0.38
77.55
+0.37
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Май 2009, 17:16
Баш ҡала предприятиелары әүҙем эшләй
12 майҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфө буйлап эш сәфәрендә булды һәм баш ҡаланың бер нисә ҙур предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты.
Мортаза Рәхимов Өфөнөң 1-се троллейбус депоһында предприятие хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, хеҙмәт шарттары, эш хаҡы кимәле һәм хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 7-се янғын һүндереү часында Мортаза Рәхимов яңы авария-ҡотҡарыу техникаһы менән танышты. Атап әйткәндә, республика Президентына газ һәм төтөндән һаҡлау хеҙмәте өсөн баллондарға кислород тултырыусы һауа компрессорын күрһәттеләр. Республика башлығына шулай уҡ янғын хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре күнекмәләр үткән йылылыҡ һәм төтөн камераһын күрһәттеләр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев Башҡортостан Президентына һуңғы ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ниндәй техника ҡайтарылыуы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ҡотҡарыусылар хәҙер яңы автобаҫҡыстар һәм автоцистерналар файҙалана ала. Техниканың бер өлөшө республика ҡалаларына һәм райондарына оҙатыласаҡ. Мортаза Рәхимов ҡотҡарыусыларға еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үткән һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Өфө буйлап сәфәре барышында Мортаза Рәхимов Сипайлово биҫтәһендәге ташҡындан һаҡлау дамбаһының беренсе сираты төҙөлөшө менән танышты. Ул Ҡариҙел йылғаһы буйлап 1,2 километрға һуҙыла. Дамбаның дөйөм оҙонлоғо 4,7 километр тәшкил итәсәк.
Президент төҙөлөштө финанслау һәм эргәләге территорияны төҙөкләндереү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр әйтеүенсә, 2007 йылда һалына башлаған объекттың беренсе сиратын Республика көнөнә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Мортаза Рәхимов "Башҡортостан троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә булды. Тиҙҙән предприятиела "КамАЗ" шассийында "НефАЗ"-TROBUS троллейбустары сығарыла башлаясаҡ. Был машина түбән иҙәнле тип иҫәпләнә, етмәһә, салоны һәм ултырғыстары ла бик уңайлы. Пластик деталдәр ҡулланыу иҫәбенә троллейбус еңел. Әлегә тәүге өлгө сертификатлауға әҙерләнә. Республика башлығы, конкуренцияға һәләтле яңы продукция үҙләштереү - дөрөҫ йүнәлеш, һәм был көрсөк осоронда бик мөһим, тип билдәләне.
Төбәк башлығының Өфө буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты.
Автор:
Марият Артюхова
Теги:
өфө предприятиелары
президент сәфәре
Читайте нас: