11:26 (UTC+5), 13 Мая 2009

Алыҫ Көнсығыш көс ведомствоһы етәксеһе - беҙҙең яҡташыбыҙ

Айҙар Хөсәйенов
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән яҡташыбыҙ милиция генерал-майоры Феликс Васильков Рәсәй Эске эштәр министрлығының Алыҫ Көнсығыш федераль округы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Милиция генерал-майоры Васильков 1964 йылдың 22 июлендә Башҡортостан Республикаһында тыуған. 1982-1984 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ике юғары белемгә эйә. 1998 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары пограничниктар хәрби-сәйәси училищеһын "офицер-пограничник" специальносы буйынса тамамлай. Феликс Васильков 2000 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институтын тамамлап, икенсе юғары белем - "Хоҡуҡ фәне" специальносы буйынса юридик белем ала.
Эске эштәр органдарында Феликс Васильков 1993 йылдан хеҙмәт итә. Оперуполномоченныйҙан алып Рәсәй Эске эштәр министрлығының оператив-эҙләү бюроһы начальнигына тиклем вазифалар биләй. Төп махсуслашыуы - коррупцияға ҡаршы көрәш һәм ойошҡан енәйәтселектең иҡтисади нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу.
Дәүләт һәм ведомство наградалары менән билдәләнгән. Өйләнгән. Улы бар. 2009 йылдың февралендә Феликс Павлович Васильковҡа сираттағы махсус звание - милиция генерал-майоры - бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика