18:04 (UTC+5), 08 Мая 2009

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика халҡын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм тыл эшсәндәрен бөтә халыҡ байрамы - Еңеү көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡәҙерле яугирҙар һәм тыл эшсәндәре!
Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙҙе изге, бөтә халыҡ байрамы - Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым! Ошо яҡты яҙ көндәрендә бөтә донъя ватандаштарыбыҙҙың тиңе булмаған ватансылыҡ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, баp кешелектең киләсәген һаҡлаған быуындарын хөрмәт менән иҫкә ала. Уҙған тиҫтә йылдар Ватандың азатлығын һәм ерҙә тыныс тормошто һаҡлап ҡалған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығын тағы ла асығыраҡ сағылдыра.
Еңеүсе һалдаттың һәм тыл эшсәненең яҡты образы, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт даны, һоҡланғыс традициялар, Тыуған илгә уларҙың ҡайнар һөйөүе өлгөһө, халыҡтар дуҫлығы һәм туғанлығы - мәңге баһалап бөткөбөҙ байлығыбыҙ ул. Бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашҡандар алдында беҙ хөрмәт менән баш эйәбеҙ, фронттарҙағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм тылдағы ауыр шарттарҙа ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡ һәм рух күтәренкелеге менән ғәйәт ҙур һынауҙарҙы үткәреп, донъяға Бөйөк Еңеүҙе яулағандарҙың барыһын да тәбрикләйбеҙ. Улар емерелгән илде аяҡҡа баҫтырҙы, төбәктәренең ҡеүәтле үҫешен, матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙы һәм тулыландырыуҙы тәьмин итте. Ошолар һөҙөмтәһендә беҙ бөгөн дә Тыуған илебеҙҙең именлеген, оборона һәләтен һәм ҡеүәтен нығытыу мөмкинлегенә эйәбеҙ.
Тыуған Башҡортостаныбыҙ ҡаҙаныштарында беҙ яу яландарында һәм хеҙмәт фронтында үҙ-үҙен аямаған оло быуыныбыҙҙың өлөшөн күрәбеҙ. Республиканың ышаныслы үҫеше - йәштәргә ватансылыҡ тәрбиәһе биреү, халыҡ хәтерендә атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын һаҡлап ҡалыу буйынса изге эш, ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү өсөн ныҡлы нигеҙ ул. Һәм был - халҡыбыҙҙың, бөтә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының, хеҙмәт коллективтарының, йәмәғәт ойошмаларының изге бурысы.
Бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында иҫтәлек быуаттарҙан быуаттарға нығыһын, ерҙәге изге ихтыярлы кешеләрҙең барыһын да берләштерһен, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет!
Байрам, Еңеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика