11:32 (UTC+5), 07 Май 2009

Радио көнө, элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрамы менән!

"Башинформ".
Башҡортостан Президенты радио хеҙмәткәрҙәрен, бөтә элемтә тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Бөтә элемтә тармаҡтарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Хәҙерге йәмғиәтте коммуникация һәм элемтә сараларынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Радио, телевизор, телефон, Интернет, мобиль элемтә көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн элемтә тармаҡтарының һөҙөмтәле һәм күп йәһәттән инновацион эше иҡтисадты, социаль һәм мәҙәни-рухи өлкәне нығытыуға, һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы тәьмин итеүегеҙ, хеҙмәттәр исемлегенең артыуы һәм сифатының яҡшырыуы, яңы технологиялар ғәмәлгә индерелеүе ҡыуаныслы. Дәүләт власы органдарын, предприятиеларҙы һәм учреждениеларҙы мәғлүмәтләштереү кимәле күтәрелә. Интернеттан файҙаланыусылар һәм кәрәҙле элемтә абоненттары һаны йылдам арта. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың глобаль мәғлүмәт киңлегенә эҙмә-эҙлекле интеграцияһына булышлыҡ итә.
Илдең иң эре операторҙарының береһе - "Башинформсвязь" акционерҙар йәмғиәте тармаҡ флагманы булып тора. Предприятие ҡеүәтле заманса техник базаға, дөйөм файҙаланыуҙағы тармаҡлы телефон селтәренә, республика эсендә һуҙылған юғары тиҙлекле сүс-оптика элемтә линияларына, коммутация узелдарына, мәғлүмәттәр тапшырыуҙың өр-яңы системаларына, теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренә эйә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса йәмғиәт 5 миллиард һумдан ашыу табыш алған.
"Башинформсвязь" селтәрҙәрҙе артабан киңәйтеүгә һәм модернизациялауға етди иғтибар бирә. Дөйөм һыйҙырышлылығы 111 мең номер тәшкил иткән заманса һанлы АТС-тар төҙөлгән, шуларҙың 61 мең номеры - ауылдарҙа. Абоненттар һаны миллиондан артты. Был Башҡортостанға төп телефондар һаны буйынса Рәсәй Федерацияһындағы тәүге дүрт субъект иҫәбенә инеү мөмкинлеге бирҙе. Видеоконференцэлемтә селтәре үҫә. Уға республика Хөкүмәте, шулай уҡ бөтә ҡалалар һәм район үҙәктәре тоташтырылған. "Имен ҡала" программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә. Юлдаш телекоммуникациялары әүҙем үҫә.
Ошо ҙур эш һөҙөмтәһендә "Башинформсвязь" сифат өлкәһендә лә һөҙөмтәле инвестиция эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты премиялары лауреаты булды. "Рәсәй иҡтисады лидеры" һәм "Волга буйы бизнесы лидеры" статусын алды.
Теле һәм радиотапшырыуҙар эҙмә-эҙлекле үҫә. Бөтә ҡалаларҙа һәм ҡайһы бер ауыл район үҙәктәрендә теле- радиостудиялар төҙөлдө. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканың бөтә территорияһында һәм күрше төбәктәрҙә 18 сәғәтлек тапшырыуҙарҙы тәьмин итә.
Көн һайын эфирға сығып, өҙлөкһөҙ элемтәне тәьмин итеп, һеҙ эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, халыҡҡа ғәмәлдәге хәл- ваҡиғалар тураһында хәбәр итеүгә, кешеләр араһында аралашыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Һеҙгә юғары профессионализм һәм яуаплылыҡ, эшкә ижади ҡарашығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм!
Һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика