Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Май 2009, 18:20
Йәштәр фәне көндәренә әҙерлек тамамлана
БР Хөкүмәте йортонда Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәренә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының икенсе ултырышы үткәрелде. Унда комитеттың 19 ағзаһы ҡатнашты, шулай уҡ БР буйынса Эске эштәр министрлығы һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре саҡырылды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, 13-15 майҙа Өфөлә үтәсәк Йәштәр фәне көндәре саралары буйынса хәл ителмәгән ойоштороу мәсьәләләре ҡалманы.
Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәренә әҙерлеккә һәм уны үткәреүгә республика бюджетынан 1,2 миллион һум аҡса бүленде. Фән көндәрен ойоштороу һәм үткәреү буйынса хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүгә дәүләт контракты төҙөү хоҡуғына аукцион үткәрелде һәм саралар операторы билдәләнде - Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы. Контрактҡа бөгөн, 6 майҙа, ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ бағыусылар йәлеп итеү буйынса ла эш үткәрелде.
Йәштәр фәне фестивале үткәреү был ғилми форумдың мөһим ваҡиғаһы булып торасаҡ, ул уҡыусыларға һәм студенттарға дискуссия клубтары, түңәрәк өҫтәлдәр һәм мастер-кластар форматында билдәле ғалимдар һәм уйлап табыусылар, производствоның төрлө өлкәләрендә юғары технологиялы продукция эшкәртеүселәр менән осрашырға һәм аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, Фән көндәренең был өлөшөндә ҡатнашыусылар республика юғары уҡыу йорттарының төп кафедраларына, лабораторияларына һәм музейҙарына, төрлө ғилми-тикшеренеү үҙәктәренә һәм сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ.
Шулай уҡ Фән көндәре программаһына Волга буйы федераль округының Беренсе йәш ғалимдар форумы индерелде. Ғилми слет барышында бер нисә түңәрәк өҫтәл ултырыштары, "Йәш ғалимдар инновациялары - төбәктең тотороҡло үҫеш нигеҙе" I халыҡ-ара ситтән тороп йәш ғалимдар конференцияһы үткәреләсәк.
Ултырышты йомғаҡлап, Юрий Пустовгаров, саралар үткән көндәрҙә именлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы медицина хеҙмәтләндереүе һәм ашатыуҙы ойоштороу буйынса сараларға айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йүнәлештәрҙе еренә еткереү маҡсатында ойоштороу комитеты исеменән ярашлы министрлыҡтарға һәм ведомстволарға хаттар ебәреләсәк.
Автор:
Лиә Нәғимова
Теги:
ултырыш
йәштәр фәне көндәре
Читайте нас: