12:26 (UTC+5), 06 Мая 2009

Башҡортостан парламентының өс комитеты ултырышы үтәсәк

Николай Ермоленко
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милекселек мәсьәләләре буйынса комитеты 7 майҙа сәғәт 10-да Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы буйынса 601-се бүлмәлә үтәсәк үҙенең сираттағы ултырышына йыйыла. Ул Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдағы дәүләт милкен хосусилаштырыу прогноз планын (программаһын) үтәү тураһында БР Хөкүмәте отчетын тыңлаясаҡ, шулай уҡ беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләнгән "Республика маҡсатлы программалары тураһында" БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡараясаҡ.
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет икенсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләнгән "Пестицидтар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ мөғәмәлә итеү тураһында" БР Законына, республиканың аграр өлкәләге айырым закон сығарыу акттарына, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге айырым закон сығарыу акттарына, шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында" БР Законына (өсөнсө уҡыу) үҙгәрештәр индереүсе өс закон проектын ҡараясаҡ. Был комитет ултырышы 303-сө бүлмәлә 11 сәғәт 30 минутта башлана.
Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет "Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тураһында" БР Законына һәм "Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы билдәләре тураһында" БР Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында ике яңы закон проектын ҡарау, өс проектты - өсөнсө уҡыуҙа һәм бер проектты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләү өсөн 16 сәғәттә 601-се бүлмәгә ултырышҡа йыйыласаҡ.
Комитет ағзалары шулай уҡ "Китапхана эше тураһында" Федераль закондың 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика