11:55 (UTC+5), 15 Апреля 2009

Балтас районында заманса торлаҡ биҫтәһе төҙөлә

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Балтас районына сәфәрен Иҫке Балтас ауылынан башланы. Әлеге ваҡытта бында яңы - Көньяҡ биҫтәһен төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.
Проект өс йылға - 2011 йылға тиклем иҫәпләнгән. Киләсәктә бында 74 гектар майҙанда ҡыҙыл кирбестән заманса коттедждар барлыҡҡа киләсәк.
Республика башлығы биҫтәнең инфраструктураһы менән ҡыҙыҡһынды. Бында 70 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 90 балаға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп, магазиндар һәм башҡа объекттар буласаҡ, тинеләр Президентҡа. Йорттар һалынып бөткәс, микрорайон территорияһы тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Халыҡ, был биҫтә ауылды биҙәп торасаҡ, тип өмөтләнә.
Әлеге ваҡытҡа һигеҙ йорт әҙер, йыл аҙағына 22 йортто тапшырырға планлаштыралар. Район өсөн был ҙур проект федераль һәм республика бюджеттарынан финанслана.
Иҫке Балтаста Мортаза Рәхимов башҡорт гимназияһын реконструкциялау барышы менән дә танышты. Был уҡыу йорто беренсе йыл ғына эшләмәй, шуға күрә яңы уҡыу корпусы һәм яңы интернат төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Бөгөнгө көнгә буласаҡ өс ҡатлы уҡыу корпусының беренсе ҡаты әҙер ҙә инде. Әле интернатты төҙөүгә тотонмағандар, әммә яңы уҡыу йылына бөтә объекттар әҙер буласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика