12:18 (UTC+5), 13 Апреля 2009

Мортаза Рәхимов Сергей Когогин менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
11 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов "КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин менән эш осрашыуы үткәрҙе.
"КамАЗ" компанияһы төркөмөнә ингән предприятиелар - "НефАЗ" һәм "Туймазы бетон ташыу машиналары заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә көрсөк шарттарында ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Сергей Когогин фекеренсә, республика етәкселеге көрсөктөң машиналар эшләү заводтары эшенә кире йоғонтоһон кәметеү буйынса ваҡытында саралар күрҙе. Атап әйткәндә, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте 100-ҙән ашыу автобус әҙерләүгә дәүләт заказы алды.
- Башҡа бик күп автопредприятиелар кеүек үк, "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәте лә ҡатмарлы хәлдә ҡалды, ләкин дәүләт заказы арҡаһында завод тотороҡло иҡтисади хәлен һаҡлап ҡалды, - тине "КамАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры. Бынан тыш, бында ваҡытында ҡайтанан техник ҡоралландырыу ойошторолдо. Етештереү һәм яңы продукция үҙләштереү темптары буйынса "НефАЗ" Рәсәйҙең алдынғы предприятиеларының береһе булып тора, бында транспорт саралары сығарыуҙың төрлө йүнәлештәре буйынса иң яҡшы технологик линиялар.
Осрашыуҙа шулай уҡ "Туймазы бетон ташыу машиналары заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар тураһында һүҙ барҙы. Сергей Когогин, тиҙҙән "КамАЗ" предприятиеға үҙ заказын бирәсәк, тип белдерҙе.
Бынан тыш, Туймазы заводында "АGСО" концерны менән берлектә тракторҙар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Бындай килешеүгә республика Президенты етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһының Германияға сәфәре барышында өлгәшелде.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Маликов ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика