Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
20+ °C
Облачно
Сәйәсәт
10 Апреля 2009, 12:42

Йәштәр Рәсәй федерализмы мәсьәләләрен тикшерәсәк

17 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында "Рәсәй федерализмы: тарих һәм хәҙерге заман" төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Форум университеттың 100 йыллығына һәм үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыуының 90 йыллығына арналасаҡ. Форумда ҡатнашыуға республиканың төп ғилми-тикшеренеү институттары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, аспиранттары һәм йәш ғалимдары заявка бирҙе. Пленар ултырышта һәм секцияларҙа улар Рәсәйҙә федерализм тарихының көнүҙәк мәсьәләләрен, федерализмдың сәйәси-хоҡуҡи нигеҙҙәрен, иҡтисади аспекттарын, уның теоретик-фәлсәфәүи төшөнсәһен, шулай уҡ Рәсәйҙә федерализмдың аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә Килешеүҙең ролен тикшерәсәк.
Автор:Әлиә Юланова
Читайте нас