18:30 (UTC+5), 10 Апреля 2009

"Газпром" башлығы Алексей Миллер килде

Ольга Горюнова
Башҡортостанға эш сәфәре менән "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе Алексей Миллер килде. Өфө аэропортында уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.
Алексей Миллерҙың сәфәр программаһы бик тығыҙ. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов менән осраша, һуңынан республика башлығы һәм Алексей Миллер "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте нефть эшкәртеү заводының "Висбрекинг" ҡоролмаһы комплексын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Салауатта шулай уҡ ГРС-4-кә барыу ҙа планлаштырылған. Был газ бүлеү станцияһы 2002 йылда Салауатта урынлашҡан нефть-химия һәм энергетика комплексы предприятиеларын газ менән тәьмин итеү өсөн сафҡа индерелгәйне.
2006 йылда бөтә Рәсәй буйлап үҫеп килеүсе быуындың физик һәм рухи потенциалын яҡлауға йүнәлтелгән "Газпром - балаларға" Федераль программаһы старт алғайны. Ошо программа сиктәрендә, атап әйткәндә, 2008 йылдың мартында Салауатта "Алтын балыҡ" бассейны төҙөлә башланғайны. Комплекстың икенсе сиратын тантаналы асыу юғары ҡунаҡтар килеүгә тура килтерелде.
Мортаза Рәхимов һәм Алексей Миллер ҡаланың башҡа социаль объекттарында ла буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика