Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
98.48
+1.06
103.87
+0.7
90.31
-0.4
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Апрель 2009, 17:57

Кәйеф күтәренке булһа, эш тә ырай

Ауыл кешеһенең ниндәй генә мәшәҡәттәре килеп тыумаһын, ул ярҙам, кәңәш һорап иң элек апуыл Советына килә. Ауылдаштарының проблемаларын аңлау, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылыу һөҙөмтәһендә Дүртөйлө районы Мәскәү ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөһрә Ахунова эшендә ҙур уңыштарға өлгәште. - Килеп тыуған мәсьәләләрҙең күпселеген урында ла хәл итергә мөмкин, - ти ул. - Теләк һәм оҫталыҡ ҡына булһын. Шул уҡ имен булмаған ғаиләләрҙең мәсьәләләрен дә хәл итергә мөмкин, тик уларҙы ҡыйын хәлдәрҙә яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа ғына кәрәк. 7 апрелдә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевты Зөһрә Мәҡсүт ҡыҙы ауыл хакимиәте эше менән таныштырҙы. Мәскәү - ҙур ғына ауыл, әммә хакимиәт хеҙмәткәрҙәре 819 йорт хужалығының барыһын да даими контролдә тота. Ауылдаштарының проблемаларын улар урында хәл итергә тырыша, кәрәк булһа, юғарыраҡ кимәлгә лә мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидиялар алыуҙа ярҙам күрһәткәндәр - былтыр ундайҙар 137 кеше булған. Социаль тотороҡлолоҡ иң элек иҡтисадҡа бәйле. Дүртөйлө линиялы магистраль газ үткәргестәр идаралығынан тыш, ауылда Дүртөйлө ярма заводы, "Калинина" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы производствоһы һәм янғын техникаһын ремонтлауҙа махсуслашҡан "Пожтехника" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. Социаль өлкә бында нисек көн итә һуң? Ярайһы уҡ яҡшы. Врач амбулаторияһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, дарыухана, мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Премьер-министр кадрҙар тәьминәте мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар етмәүгә бәйле проблемалар бында юҡ. Әйткәндәй, ауылда эшһеҙҙәр ҙә юҡ тиерлек: эшкә һәләтле 1350 кешенән ни бары 14 кеше генә эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Ошо уҡ көндө Премьер-министр Дүртөйлө районының ҡайһы бер башҡа хужалыҡтарында ла булды, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте тикшерҙе. Район тоҡомло малсылыҡ менән танылыу яулаған. Бында бестужев һәм ҡара-сыбар тоҡомло 7300-ҙән ашыу һыйыр малы аҫралған 16 тоҡомсолоҡ хужалығы эшләй. Иҫке Яндыҙ ауылындағы "Победа" тоҡомсолоҡ заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермаһында тоҡомсолоҡ эше яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Бында ҡара-сыбар тоҡомло 1,5 мең баш малдың 500-ҙән ашыуы - һауын һыйырҙар. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, былтыр һәр һыйырҙан 5470 килограмм һөт һауып алынған. Районда "Ауылды социаль үҫтереү" программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Өсбүлә ауылында ошо программа һөҙөмтәһендә өҫ тиҫтә йорттан торған тотош урам барлыҡҡа килгән. - Отчеттағы һандар - бер нәмә, ә аралашҡанда кешеләрҙең яҡшы кәйефле булыуы - бөтөнләй икенсе күренеш, - тине Раил Сарбаев. - Бында кәйефтәр көр тойола. Һәм был райондағы тормоштоң ҡәнәғәтләнерлек кимәле хаҡында статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда яҡшыраҡ һөйләй.
Читайте нас в