11:54 (UTC+5), 08 Апрель 2009

Германияға һәм Италияға эш сәфәре тамамланды

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Германияла һәм Италияла булды. Сәфәрҙең маҡсаты - Европа эшлекле даирәләре вәкилдәре менән ауыл хужалығы техникаһы етештереү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү. 6 апрелдә Германияның Марктобердорф ҡалаһында Мортаза Рәхимов "АGСО" халыҡ-ара концернының вице-президенты Хубертус Мюльхойзер әфәнде менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. "АGСО" ауыл хужалығы техникаһы эшләүҙә, етештереүҙә һәм таратыуҙа донъя лидерҙарының береһе булып тора. Башҡортостан менән "AGCO" хеҙмәттәшлегенең яҡынса варианты быға тиклем быйыл март айында концерн вәкилдәренең республикаға сәфәре барышында ҡаралғайны . Корпорация етәкселеге әйтеүенсә, Башҡортостан индустриаль үҫешкән һәм инвестиция яғынан ылыҡтырғыс төбәк булараҡ, компанияға ҡараған билдәле донъя брендтары техникаһын йыйыуҙы ойоштороу өсөн майҙан сифатында AGCO яғынан күптән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мортаза Рәхимов менән Хубертус Мюльхойзерҙың һөйләшеп килешеүҙәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте менән "AGCO" концерны араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ республикала билдәле маркалы ауыл хужалығы техникаһын йыйыуҙы ойоштороу мөмкинлеген күҙаллай. Атап әйткәндә, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙандарында комбайндар йыйыу, шулай уҡ тракторҙар йыйыу буйынса берлектәге предприятие булдырыу хаҡында һөйләшеп килешелде. Башҡортостанда "Challenger", "Fendt", "Massey Ferguson", "Valtra" кеүек билдәле маркалы ауыл хужалығы техникаһын йыйыу күҙ уңында тотола. Германиға сәфәр сиктәрендә Мортаза Рәхимов һәм Башҡортостандың рәсми делегацияһы ағзалары "Fendt" маркалы тракторҙар етештереү заводында булды. Предприятиела делегация өсөн фирма менән таныштырыу үткәрелде һәм "Fendt" тракторында йөрөп ҡарау ойошторолдо. "Fendt" компанияһы "AGCO" корпорацияһы составына инә һәм Европала ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе булараҡ билдәле. "Fendt" продукцияһы иген йыйыу комбайндарын, йыйғыс престарҙы һәм юғары техник үҙенсәлектәргә эйә булған ҡеүәтле тракторҙарҙы үҙ эсенә ала. - Трактор конструкцияһында беҙ юғары һөҙөмтәле игенселеккә өлгәшеүгә йүнәлтелгән иң алдынғы технологияларҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Халыҡ-ара агротехник күргәҙмәләрҙәге наградалар һәм еңеүҙәр быға дәлил булып тора, - тине Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа "Fendt" компанияһы вице-президенты Петер Паффен. Мортаза Рәхимов "Fendt" ҡаҙаныштарын ыңғай баһаланы, уның юғары етештереүсәнлеген, экономиялылығын һәм уңайлылығын билдәләне. - "Fendt" ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендә танылған донъя лидеры булып тора. Компания продукцияһы юғары сифаты һәм яҡшы техник үҙенсәлектәре менән айырылып тора, - тине Мортаза Рәхимов. Башҡортостан Президенты "Valtra" маркалы ауыл хужалығы техникаһына юғары баһа бирҙе. "Valtra" ҡырыҫ климат шарттарына иҫәпләнгән, был Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре өсөн мөһим", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. 7 апрелдә Италияның Бреганца ҡалаһында Башҡортостан Президенты "Лаверда" комбайндар етештереү заводында булды, предприятиеның һуңғы проекттары һәм продукцияһы менән танышты. Шунда уҡ Мортаза Рәхимов "AGCO" компанияһы вәкилдәре менән бер нисә осрашыу һәм һөйләшеү үткәрҙе. Республика делегацияһының Германияға һәм Италияға сәфәре йомғаҡтарын Мортаза Рәхимов ыңғай баһаланы. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙә лидер булып торған халыҡ-ара предприятиеларҙың аграр машиналар эшләү өлкәһендә Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә ниәтләүен белдерҙе. Мортаза Рәхимов фекеренсә, был агросәнәғәт комплексын артабан уңышлы үҫтереү өсөн мөһим, сөнки эш һөҙөмтәлелеге күбеһенсә сит илдәрҙә етештерелгән заманса техниканы ҡулланыуға бәйле. Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Башҡортостан Республикаһының Австрия Республикаһындағы вәкиле Вадим Плетнев, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Маликов инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика