13:16 (UTC+5), 07 Апреля 2009

Риза Фәхретдиндың 150 йыллығына арналған конференция

Булат Юлбарыҫов
Өфөлә, Милли йәштәр театрында, "Волга буйында исламдың мәғрифәтселек проблемалары: I Фәхретдин уҡыуҙары" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Форумда Башҡортостан мөфтийе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте советнигы, Ислам мәҙәниәтен, фән һәм мәғарифты яҡлау фонды идараһы ағзаһы Алексей Гришин, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты советнигы Игорь Симонов, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдар, йәмәғәт, дини һәм сәйәси эшмәкәрҙәр ҡатнаша. Конференция Риза Фәхретдиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙен БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев уҡып ишеттерҙе. Тәбрикләү һүҙендә, Ризаитдин Фәхретдиндың шәхесе "рухи йыһат" өлгөһө булып тора, ул донъяны танып белеүҙең иң яҡшы ысулы диндең фән менән берҙәмлегенә ҡайтып ҡала тип өндәгән, тиелә. Риза Фәхретдин үҙ ижадын дингә хеҙмәт итеү менән бергә алып барған, мосолмандарҙың хоҡуҡтарын яҡлаған, дин әһелдәрен репрессияларҙан ҡотҡарып алып ҡалған. Көндөң тәүге яртыһында пленар ултырыш үтә, төштән һуң конференция үҙ эшен секциялар буйынса дауам итәсәк. Форумда ҡатнашыусылар Ризаитдин Фәхретдиндең мираҫын тикшереү менән бәйле мәсьәләләрҙе, мосолман донъяһын реформалаштырыу проблемаларын, Рәсәйҙә дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәрҙе, мосолман мәғрифәтселеген һәм мәғарифын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә планлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика