13:12 (UTC+5), 07 Апреля 2009

Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыласаҡ

Марина Шумилова
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Советы төҙөгән эшсе комиссия 1812 йылғы Ватан һуғышы яландарында алышҡан башҡорт яугирҙары хөрмәтенә мемориаль комплекс төҙөү өсөн Өфөлә лайыҡлы урын билдәләргә тейеш. Комиссия составына тарихсылар, архитекторҙар, скульпторҙар индерелгән. Комплексты Рәсәйҙең Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүенең 200 йыллығына һалып бөтөрөргә планлаштырыла. Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Дошманға ҡаршы бергәләп көрәштә рус һәм башҡорт халҡының хәрби дуҫлығы нығынған. Башҡорт яугирҙары хөрмәтенә Дрезденда һәм Лейпцигта иҫтәлекле билдәләр ҡуйылған. Республикабыҙҙың Стәрлетамаҡ районында, данлыҡлы полководец Ҡаһым түрәнең тыуған яғында, ул һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар хөрмәтенә мөһабәт стела ҡойоп ҡуйылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфөлә ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә сират етте, тип иҫәпләйҙәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында. Совет ағзалары фекеренсә, һәйкәлдең ижтимағи әһәмиәтен бигерәк тә ул урынлашҡан урын билдәләйәсәк. Тап шуға күрә лә бер нисә вариант тикшерелә, әммә Совет ағзалары икәүһенә өҫтөнлөк бирә - Өфөгә ингән ерҙә, Ағиҙел ярында, әле Салауат скверы урынлашҡан урында, йәки Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡаршыһында. Эшсе комиссия алдында был мәсьәләне ғәмәли күҙлектән тикшереү бурысы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика