19:27 (UTC+5), 07 Апрель 2009

Латвия башҡорттары ҡоролтайы дуҫлыҡ фестивалендә ҡатнашты

Марина Шумилова
Латвия башҡорттары ҡоролтайының "БАЛ" ижади коллективы ошо көндәрҙә Саласпилста үткән "Дуҫтар менән сәйәхәт" дуҫлыҡ фестивалендә ҡатнашты. Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Финат Ғәзизов һөйләүенсә, был фестиваль йыл һайын үткәрелә һәм Латвияла ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Ижади коллективтарҙы байрамдың юғары ойоштороу кимәле, айырыуса йылы атмосфера йәлеп итә. Ҡала Мәҙәниәт йортоноң концерт залында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Саласпилс ҡала Думаһы рәйесе, Саласпилс мэры Юрис Путниныш йылы тәбрикләне, ул, байрамда Латвияның иң билдәле коллективтары, сағыу милли-мәҙәни берләшмәләре ҡатнаша, тип билдәләне. "БАЛ" ансамбле сығышына уның етәксеһе Артур Закиров йәм өҫтәне, ул башҡарған ике башҡорт йырын тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Унан һуң йәш бейеүсе Инна Мешкова дәртле итеп "Бишбармаҡ" халыҡ бейеүен башҡарҙы, был бейеүҙе ул махсус рәүештә ошо фестиваль өсөн өйрәнгән. Башҡорт ижади коллективы сығышын "Гөлнәзирә" бейеүен башҡарып Рина Хәмитова тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика