13:14 (UTC+5), 07 Апреля 2009

Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында яңы закон сығарыла

Николай Ермоленко
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты ултырышында "Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. - Эшсе төркөм тарафынан әҙерләнгән яңы закон проекты Рәсәй законына нигеҙләнә, - тине комитет рәйесе Зөфәр Сафин. - Бер яҡтан, был сәйәси документ. Икенсе яҡтан, ул һәр дәүләт власы органының вәкәләттәрен һәм яуаплылыҡ кимәлен билдәләй. Шуға күрә закон проектында профилактика яғына төп иғтибар бирелергә тейеш. Республика закон проектында ҡулланылған төп төшөнсәләр - "Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында" Федераль закондан. Проектта ҡаршы тороуҙың төп принциптары һәм бының өсөн ҡулланылған саралар бирелгән. Комитет ағзалары закон проектын хупланы һәм уны сираттағы ултырыш көн тәртибенә индерергә һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышына сығарырға ҡарар итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика