13:37 (UTC+5), 06 Апреля 2009

В.В. Путин Думаға көрсөккә ҡаршы планын тәҡдим итәсәк

Марина Шумилова
РФ Премьер-министры, "Берҙәм Рәсәй" партияһы лидеры Владимир Путин бөгөн Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2008 йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһаясаҡ һәм депутаттарға ағымдағы йылға көрсөккә ҡаршы план тәҡдим итәсәк. Хөкүмәт башлығы халыҡ тарафынан һайланыусыларҙың 12 һорауына (һәр фракциянан өсәр) яуап бирәсәк. Атап әйткәндә, "Берҙәм Рәсәй"ҙән депутаттар Премьер-министрҙан фәнни технологияларҙы яҡлау һәм инновацион секторҙы үҫтереү буйынса Хөкүмәт нимәләр планлаштырыуы хаҡында һорашырға йыйына. Владимир Путиндың докладынан һуң фракциялар вәкилдәре сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә ЕR. Ултырыштың икенсе өлөшөндә депутаттар 2009 йылғы федераль бюджетҡа Хөкүмәт төҙәтмәләрен ҡараясаҡ. Уҙған аҙнала Дәүләт Думаһына ингән закон проекты түбәнге палата Комитеты тарафынан хупланды. Элек раҫланған күрһәткестәр менән сағыштырғанда 2009 йыл бюджеты табыштары 4 триллион 213,5 миллиард һумға кәмейәсәк һәм 6 триллион 713,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Сығымдар 9 триллион 692 миллиард һумға тиклем артасаҡ. Шулай итеп, дефицит 2 триллион 978,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Депутаттарға закон проектын финанс министры Алексей Кудрин тәҡдим итәсәк, тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика