13:29 (UTC+5), 06 Апреля 2009

Германияға һәм Италияға эш сәфәре

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
6-8 апрелдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Германияла һәм Италияла буласаҡ. Сәфәрҙең маҡсаты - ауыл хужалығы техникаһы етештереү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү. Башҡортостан Президенты сәфәре программаһында тракторҙар һәм комбайндар етештереү буйынса предприятиеларға барыу, ҡайһы бер Европа компаниялары вәкилдәре менән ауыл хужалығы техникаһы сығарыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәреү. Атап әйткәндә, Германияла һәм Италияла Мортаза Рәхимовтың "АGСО" компанияһы етәкселеге менән осрашыуҙары планлаштырылған. Был корпорация - ауыл хужалығы техникаһы эшкәртеүҙә, етештереүҙә, маркетингында һәм уны донъяның 140 иленә таратыуҙа донъя лидерҙарының береһе. Башҡортостан делегацияһы составында БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Башҡортостан Республикаһының Австрия Республикаһындағы вәкиле Вадим Плетнев, "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рәиф Маликов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика