11:55 (UTC+5), 03 Апреля 2009

Премьер-министр Урал аръяғы буйлап эш сәфәрендә

Эльмира Сабирова
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Урал аръяғы буйлап эш сәфәренә сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, быйыл август айында ҙур педсовет Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары биләмәһендә үтәсәк, шуға күрә Раил Сарбаев был мөһим сараға әҙерлек барышын үҙ контроленә алырға йыйына. Атап әйткәндә, Баймаҡта "Баһадир" физкультура-сәләмәтләндереү комплексы эргәһендә спорт-йөҙөү бассейны төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта бында биҙәү эштәре алып барыла, һәм төҙөүселәр Премьерҙы, объект билдәләнгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип ышандырҙы. Раил Сарбаев төҙөлөштө финанслау мәсьәләләре һәм ҡорамалдарҙы килтереү сроктары менән ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, был спорт ҡоролмаһын йыһазландырыуға 15 миллион һум тирәһе аҡса талап ителәсәк. Премьер-министр БР "Урал аръяғы" машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Баймаҡ филиалында ла булды, бында ул яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек дәрәжәһе менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл бында яңы техника - 21 "Джон Дир" тракторы һәм сәскестәре менән 21 "Флексикойл" сәсеү комплексы килтерелде. Был комплекстар МТС-тың өс филиалы буйлап - Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарына бүлеп биреләсәк. Билдәле булыуынса, был МТС былтыр Урал аръяғының биш районын хеҙмәтләндереү өсөн төҙөлгәйне. Техника республика бюджеты средстволары иҫәбенә һатып алынды. Раил Сарбаев предприятие етәкселеге иғтибарын ерҙе МТС милкенә, шулай уҡ ҡуртымға рәсмиләштереү процедураһын тиҙләтеү кәрәклегенә йүнәлтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика