12:27 (UTC+5), 02 Апреля 2009

Спартак Ильясов: "Һәр кемгә асыҡ булырға тырышам"

Әнисә Абдуллина
Стәрлетамаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Регламент һәм эште ойоштороу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Спартак Әхмәтов республика һәм ҡала киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашты. Спартак Ғәли улы Дәүләт Думаһында үҙенең эше, парламенттың түбәнге палатаһына ҡарауға бирелгән закон проекттары пакеттары, парламенттың РФ хөкүмәте һәм төбәк власының бөтә тармаҡтары менән үҙ-ара эш итеүе, шулай уҡ көрсөккә ҡаршы программа тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ә осрашыуҙан алда Спартак Ғәли улы Стәрлетамаҡ һайлаусыларын сираттағы ҡабул итеү үткәрҙе. - Мин һәр ваҡыт кешеләргә асыҡ булырға тырышам. Килгән һайын предприятиелар етәкселәре, эшҡыуарҙар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ябай халыҡ менән аралашам. Бик күп хаттар, телеграммалар алам, телефон шылтыратыуҙары ҡабул итәм, - тип билдәләне депутат. - Ҡала округы хакимиәтендә даими нигеҙҙә минең ярҙамсым эшләй. Ҡала халҡы үҙҙәре теләгән ваҡытта уға, ҡала филармонияһы бинаһында урынлашҡан "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итә ала. Депутатлыҡ вәкәләттәрен үтәй башлаған тәүге көндәрҙән алып мин үҙемә, һәр мөрәжәғәт иткән кеше менән эшләргә, тигән маҡсат ҡуйҙым. Бәлки, барыһына ла ярҙам итеп булмаҫ, әммә һәр кемде ҡабул итергә, тыңларға, һәр береһенә консультация йәки эшлекле кәңәш бирергә тырышам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика