12:18 (UTC+5), 02 Апреля 2009

Комиссиялар ултырышы үтте

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
1 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһының терроризмға ҡаршы, коррупцияға ҡаршы һәм наркотиктарға ҡаршы комиссиялары ултырыштары булды. Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышында 2009-2012 йылдарға терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү, Башҡортостан Республикаһы халҡының һәм территорияһының именлеген тәьмин итеү комплекслы планы ҡабул ителде. Ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙың терроризмға ҡаршы комиссиялары етәкселәренең былтырғы эш йомғаҡтары тураһында отчеттары тыңланды. Коррупцияға ҡаршы комиссия ултырышында хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренең Рәсәй Президенты Д.А. Медведев раҫлаған Коррупцияға ҡаршы эш итеүҙең милли планын үтәү буйынса эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәттәре тыңланды. Комиссия тарафынан ошо мәсьәлә буйынса ҡабул ителгән ҡарар хоҡуҡ һаҡлау органдарының, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың ошо өлкәләге эшмәкәрлеген көйләүҙе артабан яҡшыртыуға йүнәлтелә. Республика мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, БР Фәндәр академияһы президенты, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттары филиалдары һәм вәкиллектәренең, шулай уҡ дәүләттеке булмаған юғары уҡыу йорттарының мәғариф өлкәһендәге ҡануниәтте үтәү буйынса эшмәкәрлеге тураһында"ғы мәсьәлә буйынса сығыш яһаны. Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында Рәсәй Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы начальнигы Валерий Кокин 2007-2009 йылдарға Башҡортостан Республикаһында наркотиктарҙы яуыз ниәттә файҙаланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү буйынса программаны үтәү барышы, шулай уҡ 2008 йылда республика район һәм ҡала хакимиәттәре араһында наркотиктарға ҡаршы эште иң яҡшы ойоштороуға республика конкурсы йомғаҡтары хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика