12:33 (UTC+5), 01 Апреля 2009

Санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы

Елена Макушина
Башҡортостанда ҡотороу сире буйынса хәүефле шарттар һаҡлана. Шаршамбы көнө БР Хөкүмәте ҡарамағындағы санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышында был хәүефле инфекцияны иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, 2008 йылда төбәк биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы менән 103 сирләү һәм һәләк булыу осрағы теркәлгән.
- Сир таралыу географияһы бик киң булыуы ла борсой, - тине Фидус Әғләм улы. - Ауырыуҙар 36 райондың 102 ауылында һәм ике ҡалала теркәлде.
2008 йылда 12000 кеше хайуандарҙың тешләүенән зарар күрҙе. Шуларҙан 232 кеше "ҡотороу" диагнозы лаборатор рәүештә раҫланған йәнлектән тешләнде. Ә 2009 йылда тәбиғи сығанаҡтарҙа ҡотороу әүҙемләшеүе күҙәтелә - өс айҙа ғына ауырыуҙың артыуы теркәлгән.
Был ауырыуҙы артыуын иҫкәртеүҙең иммунлаштырыуҙан башҡа ысулы юҡ. "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы начальнигы Роберт Такаев әйтеүенсә, йыл һайын 9000-дән ашыу кеше антирабик дауалау курсы үтә.
Иҫкәртеү маҡсатында йыл һайын республикала профессиональ эшмәкәрлеге был вирусты йоҡтороу хәүефе менән янаған 2000 кешегә ҡотороуҙан прививка яһала, санитар-ағартыу эше үткәрелә.
Республика ветеринария хеҙмәттәре был йүнәлештә алып барған эш тураһында БР баш дәүләт ветеринар инспекторы Хәлил Борғанов хәбәр итте. Атап әйткәндә, ул, республикала 1700000 башҡа еткән һыйыр малын мотлаҡ вакцинациялауға йыл һайын 38 миллион һум аҡса талап ителә, тине.
Әммә "именлектә экономияларға кәрәкмәй", тип билдәләне Фидус Ямалетдинов һәм хеҙмәткә "был мәсьәләлә тағы ла әүҙемерәк эшләргә" кәңәш итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика