12:10 (UTC+5), 27 Марта 2009

Салауат Ғайсин: Мөрәжәғәтнамә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә ҡағыла

Любовь Колоколова
- Мөрәжәғәтнамә-2009 - бик уникаль, әһәмиәтле һәм маҡсатҡа йүнәлешле документ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов беҙҙең барыбыҙҙы ла көрсөк күренештәрен еңеп сығыуға ғына түгел, ә республикабыҙ иҡтисади көрсөктән яңырып сыҡһын өсөн артабан ижади эшләүгә лә көйләй, - тине БР Президент Советы ағзаһы, БР Хөкүмәте ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Салауат Ғайсин Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма биреп.
Мөрәжәғәтнамә сәнәғәт, элемтә, транспорт, ауыл хужалығы, социаль яҡлау - ҡыҫҡаһы, тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡуҙғата. Программа документында бәләкәй һәм урта бизнесҡа айырым иғтибар бүленгән. Салауат Ғайсин фекеренсә, әгәр эшҡыуарҙарға яңы производстволар ойоштороу һәм булғандарын киңәйтеү өсөн мөмкинлектәр булдырылһа, тотош йәмғиәткә тын алыуы һиҙелерлек еңелерәк буласаҡ. Был бит урындарҙа эш, урындағы бюджетҡа һиҙелерлек ярҙам буласаҡ, тигән һүҙ.
- Республика Президенты ҡуйған бурыстар парламентарийҙарҙан да көсөргәнешле эш талап итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Ғайсин. - Әйткәндәй, Президент, алда ҡатмарлы йыл, тип тураһын әйтте. Һис шикһеҙ, закондар менән көйләүҙе талап итеүсе яңы мәсьәләләр килеп тыуасаҡ. Шунда уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы, бының өсөн иҫкәртеү саралары, хәлгә мониторинг кәрәк тип билдәләп, йүнәлеш тә бирә. Граждандар менән даими диалог алып барырға, уларға реаль ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика