12:12 (UTC+5), 27 Марта 2009

Илгиз Шәрипов: тормоштоң социаль яғы - иң мөһиме

Марина Шумилова
- Үҙ сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов артабанғы үҫештең төп йүнәлешен аныҡ билдәләне. Был - кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу. Президент, мохтажлыҡ кисергән бер генә кеше лә иғтибарҙан һәм хәстәрлектән ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип айырып билдәләне. Быны Мөрәжәғәтнамәнең стратегик мөһим моменты тип иҫәпләйем, - тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Илгиз Шәрипов.
Стәрлетамаҡта тормоштоң социаль яғы урындағы власть сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Ҡала халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу сараларына айырым иғтибар бирелә. Ҡалала социаль торлаҡ төҙөлә. Һуңғы ике йылда ғына 282 ғаилә уны бушлай алды, етем балаларға 72 фатир бирҙек. Был эште беҙ киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ.
Донъя финанс көрсөгө беҙҙе артабанғы үҫеш пландарына төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итһә лә, быйыл беҙгә бөтә ҡала социаль программаларын үтәргә кәрәк. Уларҙы бойомға ашырыуҙың мотлаҡ шарты булып иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының тотороҡло эшләүе тора. Был стәрлетамаҡтарҙан, әлбиттә, күп көс һалыуҙы талап итәсәк. Ләкин, Президент әйтмешләй, ныҡышмалы эшләүсе генә еңеп сыға!
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика