12:21 (UTC+5), 26 Марта 2009

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры тураһында

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙ Указы менән Никерин Александр Павловичты Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры итеп тәғәйенләне.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.
* * *
Александр Никерин 1961 йылдың 30 июнендә Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ужа ауылында тыуған. Юғары белемле. Волгоград физик культура институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Мәләүез районының Һамар-Ивановка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1981-1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡый. 1983-1984 йылдарҙа - Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы, 1984-1991 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы.
1991-1992 йылдарҙа - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992-1993 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт университеты физик тәрбиә кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
1993-1995 йылдарҙа Йәштәр торлаҡ комплексы үҙәгенең төҙөлөш буйынса инженеры, 1995-1999 йылдарҙа "Гаудеамус" республика студенттар гәзитенең күмәк спорт эше бүлеге мөдире, 1999-2001 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт университеты физик тәрбиә кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2001-2005 йылдарҙа - Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе.
2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе.
2009 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм министры урынбаҫары булып эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика