12:17 (UTC+5), 26 Март 2009

"Клаас" компанияһы вәкилдәре менән осрашыу

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
25 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Германияның "Клаас" (СLAAS) ауыл хужалығы техникаһы етештереү компанияһы вәкилдәре менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Делегация составында "Клаас" концернының Ойоштороу советы рәйесе урынбаҫары һәм акционеры Катрина Клаас, концерндың БДБ илдәре буйынса төбәк директоры Дитер Дюрингер, "Клаас Восток" компанияһының генераль директоры Сергей Пеннер, "Клаас"тың Башҡортостандағы рәсми дилеры - "Европа Агротехникаһы-Өфө" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Евгений Зеленов бар ине.
Осрашыуҙа Башҡортостандың "Клаас" компанияһы менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләләре һәм донъя финанс көрсөгө шарттарында үҙ-ара эш итеү механизмдары ҡаралды.
Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда ауыл хужалығын заманса техника менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне. Яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән сит илдә етештерелгәндәре лә, республика агросәнәғәт комплексы эшенең һөҙөмтәлелеген арттыра. Атап әйткәндә, 2008 йылда 1,3 миллиард һумға 1220 берәмек сит ил ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған.
Мортаза Рәхимов фекеренсә, "Клаас" ауыл хужалығы техникаһы ышаныслылығы һәм юғары етештереүсәнлеге менән айырылып тора. Республика башлығы компания менән хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү яҡлы булыуын белдерҙе.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика