12:30 (UTC+5), 25 Марта 2009

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красников менән осрашыу

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
25 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов боҙҙа мотоуҙыш буйынса ун бер тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников менән осрашыу үткәрҙе.
Республика Президенты Өфө спортсыһын Голландияның Ассен ҡалаһында үткән донъя чемпионатында уңышлы сығышы менән ҡотланы.
- Һеҙ шәхси беренселектә биш тапҡыр чемпион булып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәштегеҙ. Мин Һеҙҙе ҙур еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым. Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, - тине Мортаза Рәхимов.
Башҡортостан Президенты, спортсыларҙың яңы быуыны донъя мотоспорты тарихына сағыу биттәр яҙып ҡалдырған Башҡортостандың танылған мотоуҙышсыларының данлы традицияларын уңышлы дауам итә, тип айырып билдәләне.
Николай Красников Башҡортостан спортсыларының халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы ҡатнашыуы өсөн кәрәкле шарттар булдырғаны һәм ярҙам иткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
- Үҙ еңеүемде мин республикаға арнайым. Президент, республика Хөкүмәте ярҙам итмәһә, бындай еңеүҙәргә өлгәшеп булмаҫ ине, тип уйлайым, - тине Николай Красников.
Шулай уҡ Башҡортостанда мотоспортты артабан үҫтереү һәм популярлаштырыу мәсьәләләре лә тикшерелде.
Осрашыуҙа Башҡортостандың Мотоциклет федерацияһы башҡарма комитеты рәйесе Риф Сәйетгәрәев ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика