12:14 (UTC+5), 25 Март 2009

Балаҡатай районы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
24 мартта Яңы Балаҡатай ауылында Балаҡатай районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Балаҡатай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Мехоношин Павел Иванович тәғәйенләнде.
Павел Мехоношин 1960 йылда Дыуан районының Вознесенка ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Мәскәү дәүләт технология академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Дыуан районының Ленин исемендәге колхозында һөтсөлөк фермаһы мөдире булып башлай. 1986-1992 йылдарҙа КПСС-тың Дыуан район комитеты инструкторы, Дыуан районы "Октябрь байрағы" колхозының партком секретары, рәйес урынбаҫары булып эшләй. 1992-1993 йылдарҙа - Дыуан районының Ярославка ауыл Советы хакимиәте башлығы. 1993 йылдан 2001 йылға тиклем Дыуан районының "Октябрь байрағы" колхозы рәйесе, Дыуан районы "Агропромбанк"ыһының Мәсәғүт бүлексәһе идарасыһы, "Социнвестбанк"тың Дыуан районы буйынса филиалы директоры булып эшләй. 2001 йылдан әлегә тиклем Дыуан районының "Мәсәғүт ҡоро майһыҙландырылған һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын биләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика