06:42 (UTC+5), 24 Март 2009

Мортаза Рәхимов Сергей Калашников менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
23 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһының Социаль страховка фонды рәйесе Сергей Калашников менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре, шулай уҡ Башҡортостанда ҡайһы бер федераль һәм республика социаль программаларын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.
Мортаза Рәхимов социаль гарантияларҙы тәьмин итеү, Башҡортостан халҡының йәшәү кимәлен күтәреү республикалағы уңышлы үҫештең мотлаҡ шарты булып тора, тип билдәләне. Президент, иҡтисадтағы ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, билдәләнгән социаль проекттарҙы финанслауҙы ҡыҫҡартырға ярамай, тине.
- Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа дәүләт үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәргә тейеш. Айырыуса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм оло йәштәге кешеләр хаҡында һүҙ барғанда, - тине Мортаза Рәхимов.
Һуңғы ике йылда әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сығымдар ярайһы уҡ артты. 2008 йылда пособиелар күләмендә уларҙың өлөшө 3 миллиард 900 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Фондтың төбәк бүлексәһе балалар өсөн 10 кохлеар имплантат һатып алыу өсөн түләгән. Һәр имплантаттың хаҡы - 1 миллион 150 мең һум.
Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең ағымдағы эшмәкәрлеге ҡаралды. Сергей Калашников төбәк бүлексәһе эшенең яҡшы ойоштороу кимәлен билдәләне. Фондтың айырым эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса бүлексә Волга буйы округында ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инә. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк бүлексәһенең предприятиелар һалымдары һәм иғәнәләре керемдәренән килеме 6 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, РФ Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика