12:24 (UTC+5), 24 Марта 2009

Халыҡтың тормош кимәлен насарайтыуға юл ҡуйылмаясаҡ

Елена Макушина
Өфөлә үткән БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов көрсөккә ҡаршы көрәште халыҡтың тормош кимәлен насарайтыу иҫәбенә алып барыуға юл ҡуйылмаясағы тураһында белдерҙе. Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең төп өҫтөнлөгө итеп ул һөҙөмтәле социаль сәйәсәтте атаны.
"Халыҡҡа социаль ярҙам кимәлен һаҡлау өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Дәүләттең бөтә социаль йөкләмәләрен мотлаҡ үтәү, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең һәм өлкән йәштәге граждандарҙың база гарантияларын һәм йәшәү кимәлен һаҡлау, уларҙы төрлө социаль яҡлау саралары менән солғап алыуҙы арттырыу зарур".
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ултырышта сығыш яһап, 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы тупланма бюджетынан социаль өлкәгә, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлауға, сығымдар 72,1 миллиард һум тәшкил итте, ә был республика ҡаҙнаһының бөтә сығымдарының 67,1 процентын тәшкил итә, тип билдәләне.
2008 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы, физик культураны һәм спортты үҫтереүгә республика тупланма бюджеты средстволарының 17 проценты йүнәлтелде. 51 һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә һәм реконструкциялауға финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан 2,6 миллиард һум аҡса һалынды. 1165 миллион һумға медицина ҡорамалдары һатып алынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика