12:17 (UTC+5), 23 Марта 2009

Яҙғы Яңы йыл - Науруз байрамын билдәләнеләр

Булат Юлбарыҫов
21 мартта Өфөлә И. Якутов исемендәге паркта Урта Азия халыҡтарының Яңы йыл байрамы - Наурузға арналған ҙур байрам үтте. Байрамды БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.
Байрам сараһына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Азамат Сәғитов, Өфө райондары хакимиәт башлыҡтары килде.
- Иҡтисадтағы көрсөккә ҡарамаҫтан, милли байрамдарҙың, шул иҫәптән Науруздың да, популярлығы үҫә бара, - тип билдәләне Илдус Илешев. - Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа кешеләр үҙ милли тамырҙарына, йолаларына мөрәжәғәт итә, милли үҙенсәлек ҙур әһәмиәткә эйә була баралыр, күрәһең.
Паркта иртәнсәк үк тирмәләр, сатырҙар һәм палаткалар ҡоролғайны. Башҡорт, татар, ҡырғыҙ, әзербайжан, тажик, үзбәк, дағстан, төркмән һәм ҡаҙаҡ халыҡтары милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре уларҙа үҙ йолаларын күрһәтте. Һәр "ихатала" өҫтәл әҙерләнгәйне, байрамға килгән һәр кем унда милли аш-һыуҙан ауыҙ итә алды. Милли-мәҙәни үҙәктәр нисек тә ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итергә тырышты - үзбәктәр былау, Кавказ халыҡтары вәкилдәре лезгинкаһы, әзербайжандар йырҙары, башҡорттар оҙон көйҙәре, ҡурай тартыуҙары, ҡаҙаҡтар думбырала уйнауы менән. "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге һәм "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәге халыҡ кәсебе экспозицияларын ойошторғайны.
Науруз башлыса мосолман илдәрендә билдәләнә, ул дини байрам түгел. Байрам ислам динен тотҡан халыҡтар араһында таралһа ла, Науруз игенселек менән шөғөлләнеүсе Урта Азия халыҡтарының ҡояш календары буйынса Яңы йыл байрамы булып тора һәм яҙғы көн менән төн тигеҙлегенә тура килә. "Науруз" фарсы теленән "яңы көн" тип тәржемә ителә. Хәҙерге ваҡытта Науруз Ҡаҙағстанда, Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Үзбәкстанда һәм Иранда дәүләт байрамы булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика