12:33 (UTC+5), 23 Марта 2009

Сифат өлкәһендә Президент премиялары бирелде

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президентының 23 марттағы Указы менән 2008 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә БР Президенты Премиялары бирелде.
Беренсе урын "Бәләбәй "Автонормаль" заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Башкиргражданпроект" проект институты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, "Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, Башҡортостан Республикаһы "Рощинский" совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына, Республика балалар клиник дауаханаһы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына, Башҡортостан Республикаһы "Янғантау" санаторийы дәүләт унитар предприятиеһына бирелде.
Икенсе урынды биш предприятие бүлеште: "Салауатнефтемаш" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Магнетрон" Өфө микроэлектроника заводы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы, "Салауатбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "21-се трест" төҙөлөш компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Нефтекама нефть колледжы урта профессиональ белем дәүләт белем биреү учреждениеһы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса өсөнсө урында - Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы федераль бюджет учреждениеһының "Дауыл" дәүләт унитар предприятиеһы, "Тимер-бетон изделиелар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты дәүләт учреждениеһы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала ветеринария станцияһы дәүләт учреждениеһы.
Үҙ Указы менән Президент беренсе урын яулаған ойошмаларға продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһы эмблемаһы менән Сифат кубоктары һәм лауреат дипломдары тапшырырға ҡарар итте. Икенсе һәм өсөнсө урын яулаусыларға дипломант статусы бирелә һәм икенсе, өсөнсө дәрәжә дипломдар тапшырыла.
Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика