12:27 (UTC+5), 23 Марта 2009

Республика хәрби-патриотик клубтар фестивале Ишембайҙа үтәсәк

Булат Юлбарыҫов
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығына арналған IV Республика хәрби-патриотик клубтар фестивале 25-27 мартта Ишембайҙа Республика кадет мәктәп-интернатында үтәсәк.
Сараны ойоштороусылар - БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, "Республика йәштәрҙең ижади инициативаларын тормошҡа ашырыу үҙәге" йәмәғәт берләшмәһе һәм Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте. Фестивалдә республиканың 16 хәрби-патриотик клубы һәм берекмәһе ҡатнашасаҡ.
Балаларға спорт һәм ижади бәйгеләрҙә ҡатнашырға тура киләсәк. Уларға сафта йөрөүгә әҙерлек күнекмәләрен, АК-74 автоматынан атыу оҫталығын күрһәтергә, хәрби-спорт маршрутын үткән саҡта төрлө заданиелар үтәргә, "хәрби листоктар" һәм хәрби-патриотик йырҙар конкурстарында үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика