12:36 (UTC+5), 23 Март 2009

Рәсәй Президенты республиканың 90 йыллығы менән ҡотланы

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовты һәм республика халҡын Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 90 йыллығы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала, атап әйткәндә, шулай тиелә:
"Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 90 йыллығы менән ҡотлайым. Һеҙҙең төбәк тарихында данлы һәм героик биттәр байтаҡ. Һәм республика халҡы үҙ яҡташтарының исемдәре һәм ҡаҙаныштары, быуындан-быуынға тапшырыла килгән хеҙмәт һәм мәҙәни традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Башҡортостан ере һәр ваҡыт талантлы кешеләргә - ижади мираҫы бөтә донъяның рухи ҡаҙанышына әйләнгән танылған яҙыусыларға, рәссамдарға, күренекле ғалимдарға йомарт булды.
Бөгөн республика даими үҫешә, ҡеүәтле сәнәғәт һәм интеллектуаль потенциалға эйә, мөһим социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашыра.
Инициатива, дәрт һәм маҡсатҡа ынтылышығыҙ һеҙгә киләсәктә лә Башҡортостан һәм бөтә Рәсәйҙең сәскә атыуы хаҡына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итер, тип ышанам.
Һеҙгә яңы уңыштар һәм иң изге теләктәр.
Д. Медведев".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика