12:31 (UTC+5), 20 Марта 2009

Рәсәй Хөкүмәтенең 2009 йылға Көрсөккә ҡаршы саралар программаһы

Александр Зиновьев
Бөгөн бер юлы ике баҫма - "Российская газета" һәм "Парламентская газета" - 2009 йылға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Көрсөккә ҡаршы саралар программаһын баҫып сығарҙы. Бер үк ваҡытта ошо уҡ һанда "Российская газета" үҙ биттәрендә был документты тикшереү өсөн Эксперттар советын аса. Белгестәр, бизнесмендар, йәмәғәт ойошмалары һәм союздар вәкилдәре, теләгән һәр бер уҡыусыбыҙ, тип яҙа гәзит, был советтың ағзалары була һәм редакцияға үҙ иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен ебәрә ала. Улар гәзиттә йәки "РГ" сайтында баҫып сығарыласаҡ һәм властарға көрсөккә ҡаршы төрлө яҡлы саралар эшкәртергә ярҙам итәсәк. Редакция уҡыусыларҙан 8(499) 257-58-92 факсы йәки e-mail:expert@rg.ru электрон почтаһы буйынса хаттар көтә.
Бөгөн иһә "РГ" Эксперттар советының беренсе ултырышынан материал баҫып сығарған. РФ Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы саралары айҡанлы үҙ фекерҙәрен һәм уның Программаһына тәҡдимдәрен Юғары иҡтисад мәктәбе дәүләт университеты ректоры Ярослав Кузьминов, Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян һәм Социаль страховкалау фонды рәйесе Сергей Калашников белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика