12:26 (UTC+5), 20 Март 2009

Мортаза Рәхимов Рәфғәт Алтынбаев менән осрашты

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
19 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Рәфғәт Алтынбаев менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә Рәфғәт Алтынбаев "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре" Бөтә Рәсәй фәнни- ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыуҙа һүҙ республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл, шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында барҙы. Федерация Советы комитеты рәйесе, социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынса республика ил төбәктәре араһында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала, тип билдәләне.
Мортаза Рәхимов менән Рәфғәт Алтынбаев донъя финанс көрсөгө шарттарында социаль өлкәгә һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү сараларын ҡараны.
- Беҙ халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең ғәмәлдәге кимәлен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Президенты.
Федерация Советы комитеты рәйесе фекеренсә, Башҡортостан - көрсөктән бик аҙ юғалтыуҙар менән сығыу өсөн ҙур ҡеүәткә эйә булған төбәктәрҙең береһе.
- Башҡортостанда һәр саҡ төбәк үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә оҫта файҙалана белделәр. Республикала ҡала һәм ауыл халҡы үҫеше өсөн тиң шарттар булдырылған. Был көрсөк күренештәренә уңышлы ҡаршы тороуҙың нигеҙе булып тора, - тине Рәфғәт Алтынбаев.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика